Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Таможняның «ышаныс телефоны» үҙгәрҙе

Йәмғиәт

Башҡортостан таможняһы ҡараған Волга буйы таможня идаралығының «ышаныс телефоны» үҙгәрҙе. Хәҙер таможня хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тарафынан эшләнгән хоҡуҡ боҙоу факттары тураһында хәбәр итеү һәм ведомство эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса тәҡдимдәр индереү өсөн 430-77-31 һандарына шылтыратырға кәрәк. Идаралыҡ урынлашҡан Түбәнге Новгородтың коды — 831.

— «Ышаныс телефоны» тәүлек әйләнәһенә эшләй, —  тип хәбәр ителә Волга буйы таможня идаралығы сайтында. — Шәхси составтың негатив ҡылығы тураһындағы мәғлүмәт кисекмәҫтән ҡарала һәм тикшерелә. Конфиденциаллек һаҡлана.

Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектә ҡатнашыусылар өсөн «ҡыҙыу линия» телефоны – (831) 296-04-65, тип иҫкәрттеләр Волга буйы таможня идаралығында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть