11 декабрь, Йәкшәмбе

30 март 2012 йыл, 9:38

Өфөлә Литваның еңел сәнәғәте тәҡдим ителәсәк

автор: Любовь Колоколова

17 апрелдә Өфөгә Литванан бизнесмендар делегацияһы киләсәк. Бизнес-осрашыу Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһында үтәсәк.

Төбәктең Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, Балтика буйы республикаһы компаниялары еңел сәнәғәт өлкәһенең киләһе йүнәлештәрен тәҡдим итмәксе: ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар өсөн модалы кейемдәр, өҫкө кейем, эске кейем, туҡымалар, аксессуарҙар.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, еңел сәнәғәт Литвала алдынғы тармаҡтарҙың береһе һанала, ул хеҙмәткәрҙәр һаны буйынса – беренсе, етештереү күләмдәре буйынса икенсе урында тора. Һуңғы бер нисә йыл дауамында Литва иҡтисадында еңел сәнәғәттең сағыштырма ауырлығы юғары кимәлдә тотороҡло һаҡланған. Тармаҡ предприятиелары тулайым эске продукты күләменең яҡынса 10 процентын етештерә. Туҡыу фабрикаларында бөтә донъяға билдәле етештереүселәрҙең ҡорамалдары ҡулланыла.  

Тармаҡта булған проблемаларға ҡарамаҫтан, эксперттар был өлкәне тиҙ үҫешеүсе һәм конкурентлыҡҡа һәләтле тип иҫәпләй. Литва предприятиеларында кейем тегеү буйынса заказдар урынлаштырып, Европа компаниялары заманса технологияларға һәм ҡорамалдарға әүҙем инвестициялай.