10 декабрь, Шәмбе

29 март 2012 йыл, 18:06

Башҡортостандың Хәрби хәрәкәт ветерандары союзы вәкилдәре һәләк булған яугирҙың туғандары менән осрашты

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Йәрмәкәй районының Иҫке Шах ауылында Башҡортостандың Хәрби хәрәкәт ветерандары союзы вәкилдәре Афғанстанда һәләк булған һалдат Илмир Исхаҡовтың туғандары менән осрашты. Егет 1986 йылдың мартында Герат провинцияһында БТР-ҙа шартлаған. Делегация составында яугирҙың хеҙмәттәштәре – әлеге йәмәғәт ойошмаһының рәйесе Тимерйән Рәжәпов һәм Ветерандар союзының Өфөнөң Орджоникидзе районы буйынса бүлексәһе рәйесе Артур Әхмәтов булды. Улар менән бергә Ноябрьский ҡалаһы афғансылары берләшмәһенән йырҙар ижад итеүсе һәм башҡарыусы Виктор Тупиков та килде. Осрашыуҙа шулай уҡ Марат Тазиев етәкселегендә Афғанстан һәм Чечнялағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһының Йәрмәкәй районы бүлексәһе вәкилдәре лә ҡатнашты.

Ветерандар яугир ҡәберендә булды, унда сәскәләр һалды, Илмир Исхаҡовтың бер туған апайы менән аралашты.

Бынан һуң Иҫке Шах мәктәбендә Афғанстанда һәм Чечняла һәләк булған һалдаттарға арналған «Йәшә һәм иҫлә» концерты үтте. Сара барышында Илмир Исхаҡовтың хәрби юлы хаҡында һөйләнеләр. Виктор Тупиков һәм Артур Әхмәтов үҙҙәре яҙған йырҙар йырланы. Ҡунаҡтарға мәктәп музейын күрһәттеләр, унда Афғанстанға бағышланған экспозиция бар.

Тимерйән Рәжәпов «Башинформ» агентлығына һөйләүенсә, Афғанстан ветерандары яҡын арала Учалы районына барып, йәнә бер һәләк булған хеҙмәттәштәренең туғандары менән осрашырға уйлай.