3 декабрь, Шәмбе

29 март 2012 йыл, 16:35

Рөстәм Хамитов РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында сығыш яһаны

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

29 мартта Түбәнге Новгородта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов модернизация шарттарында Волга буйы федераль округының агросәнәғәт комплексын үҫтереү тураһындағы мәсьәлә буйынса Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында доклад менән сығыш яһаны. Был турала республика башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич рәйеслегендә үткән ултырышта баш федераль инспекторҙар, Волга буйы федераль округы төбәктәренең етәкселәре, РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаттары, ауыл хужалығы етештереүселәре берекмәләренең вәкилдәре һәм ғилми хеҙмәткәрҙәр ҡатнашты. Советта ауылға ярҙам итеү буйынса федераль һәм төбәк программаларының һөҙөмтәлелеге, Волга буйы федераль округы агросәнәғәт комплексының инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе кеүек мәсьәләләр тикшерелде.

РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышы йомғаҡтары буйынса тәҡдимдәр индерелде һәм аграр тармаҡты яңыртыуға йүнәлтелгән саралар комплексы ҡабул ителде.