11 декабрь, Йәкшәмбе

29 март 2012 йыл, 16:32

Өфө депутаттарының яңы регламенты булдырылды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө ҡала Советының яңы регламенты булдырылды. Ул бөгөн ҡала депутаттары менән раҫланды.

Ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко билдәләүенсә, был документ депутаттар корпусы өсөн бик мөһим. Ул депутаттар, Совет президиумы һәм комиссияларҙың эш тәртибен билдәләй. Иң мөһиме – һайлаусылар менән эшләүгә аныҡлыҡ индерә. Был документты ҡабул иткәндән алып беренсе ултырышта раҫланған ваҡытлыса регламент үҙ көсөнән сыға.

Яңы регламентты Өфөнөң барлыҡ депутаттары ла хупламаны. 29 кешенең икәүһе уға ҡаршы тауыш бирҙе. Йәнә ике кеше тауыш биреүҙән баш тартты. Һөҙөмтәлә регламент күпселек тауыш менән ҡабул ителде. Ошо уҡ ултырышта депутаттар ҡала Советының даими комиссиялары хаҡында Положение раҫланы.

Депутаттар шулай уҡ ағымдағы йылға ҡала бюджеты тураһындағы ҡарарға үҙгәрештәр индерҙе. Был үҙгәрештәр нигеҙҙә граждандарҙы авария хәлендәге һәм иҫке йорттарҙан күсереү буйынса адреслы республика программаһын тормошҡа ашырыуға бәйле. Атап әйткәндә, һүҙ ҡала хакимиәтенең Капиталь төҙөлөш идаралығына 293 миллион һумдан ашыу күләмдә средстволар бүлеү кәрәклеге тураһында бара.