11 декабрь, Йәкшәмбе

29 март 2012 йыл, 15:52

Өфө депутаттарының бишәр ярҙамсыһы буласаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө ҡала Советы депутаттарының һәр береһенең бишәр ярҙамсыһы буласаҡ. Тейешле ҡарарҙы ҡала Советы депутаттары үҙҙәренең икенсе ултырышында ҡабул итте.

Өфө ҡала Советы депутаттарының ярҙамсылары тураһындағы элекке Положениеға ярашлы, һәр депутаттың иң күбендә өс ярҙамсыһы була ала. Бындай ҡарар һайлау округтарының күбәйеүенә һәм быға бәйле һайлаусылар һанының артыуына бәйле. Әгәр бығаса һәр депутатҡа уртаса 20 мең һайлаусы менән эшләргә тура килһә, хәҙер уларҙың һаны ике тапҡырға артты.

Өфө депутаттары ярҙамсыларының һанын арттырыу ҡала бюджетынан өҫтәмә сығымдарҙы талап итмәйәсәк, сөнки ярҙамсылар, депутаттар кеүек үк, бушлай эшләй.

Ҡала Советы башлығы Евгений Семивеличенко хеҙмәттәштәрен ярҙамсылар һайлауға яуаплы ҡарарға саҡырҙы, сөнки тап улар депутаттар исеменән халыҡ менән эшләйәсәк.