5 декабрь, Дүшәмбе

29 март 2012 йыл, 15:21

Стәрлетамаҡта республиканың Йәштәр палатаһы һәм ҡаланың Йәштәр советы ағзалары осрашты

автор: Людмила Терновая

Стәрлетамаҡта үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары менән ҡала округы Советы ҡарамағындағы Йәштәр советы вәкилдәре ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусылар эшкә урынлашыу, белем биреү сифаты, белгестәр етешмәү, төбәктең экологик торошо, наркоманияны иҫкәртеү кеүек йәштәр өсөн актуаль мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Шулай уҡ улар алдағы йылға бурыстар билдәләне, хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен ҡараны.

Стәрлетамаҡтың йәштәр хәрәкәте активистары төбәктә йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү буйынса тәжрибә уртаҡлашты. «Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар – үҫеш территорияһы» республика мәғариф форумын үткәреү идеяһы Йәштәр палатаһы ағзалары менән юғары баһаланды. Конференцияла ҡатнашыуға тәжрибәле эксперттарҙы йәлеп итеү планлаштырыла, улар төбәк кимәлендә эшҡыуарлыҡ үҙенсәлектәре тураһында һөйләйәсәк.

Кәңәшмәлә ҡалала волонтерлыҡ хәрәкәтен үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүленде. Йәш парламентарийҙар Стәрлетамаҡ волонтерҙарына Башҡорт дәүләт медицина университетының Волонтерҙар әҙерләү үҙәге ағзалары менән осрашыу ойоштороуҙа ярҙамын тәҡдим итте.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының Йәштәр советы ағзаларында нормалар һәм закондар сығарыу эшмәкәрлеге һәм уны урындарҙа тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре ҡыҙыҡһыныу уятты. Республиканың Йәштәр палатаһы рәйесе Николай Самойленко закон проекттарын ҡабул итеү механизмы һәм ғәмәлдәге ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү мөмкинлеге тураһында һөйләне.