10 декабрь, Шәмбе

29 март 2012 йыл, 14:41

Өфө хакимиәтендә чиновниктар артасаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө хакимиәте үҙенең штатын 25 кешегә арттыра. Өсөнсө саҡырылыш ҡала Советы депутаттары үҙҙәренең икенсе ултырышында шундай ҡарар ҡабул итте.

Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов хәбәр итеүенсә, чиновниктар иҫәбенең артыуы ҡала хакимиәте составында ике яңы бүлексә ойошторолоуы менән бәйләнгән – бында шәхси хәүефһеҙлек һәм мәғлүмәт һаҡлау бүлеге, рәсми һәм протокол саралары секторы барлыҡҡа киләсәк. Уларҙы ойоштороуға ҡала хакимиәте үткәргән бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙың күп булыуы сәбәпсе.

Шулай уҡ бығаса булған ике бүлек тә үҙгәртеп ҡороласаҡ. Юридик бүлек – хоҡуҡ идаралығы, ә мәғлүмәт-аналитика бүлеге мәғлүмәт-алитика идаралығы итеп үҙгәртеләсәк. Урындағы властар, был эштәр урындағы үҙидара органдарының мәғлүмәт йәһәтенән асыҡлығын тәьмин итергә һәм норматив акттар проекттарына хоҡуҡи һәм коррупцияға ҡаршы экспертиза буйынса эштәрҙе һөҙөмтәлерәк ойошторорға мөмкинлек бирәсәк, тип ышана.

Рәмил Дилмөхәмәтов, штатты киңәйтеүгә сығымдар дөйөм алғанда 10 миллион һум самаһын тәшкил итәсәк, тип билдәләне.