Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәләре Өфөлә ай һайын үткәреләсәк

Иҡтисад

Ағымдағы йылдың апреленән алып ай һайын Башҡортостан баш ҡалаһында йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәләре үткәреләсәк. Беренсе бындай йәрминкә Өфөлә 5 апрелдә үтәсәк. Сараны ҡаланың Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге ойоштора.

Бөгөн Өфөлә сәнәғәт предприятиелары өсөн йәнә бер вакансиялар йәрминкәһе үткәрелде. Унда яҡынса 600 кеше ҡатнашты. Йәрминкәлә 22 эш биреүсе 330 буш эш урыны тәҡдим итте, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына баш ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән.

— Бөгөн сәнәғәт өлкәһе белгестәренә генә түгел, менеджер, логист, машина йөрөтөүсе, рәссам, һатыусы, кассир һәм страховкалау агенттарына ла һорау ҙур булды. Йәрминкәгә килеүселәрҙән яҡынса 150 кеше эш тәҡдим итеүселәр менән һөйләшеүҙә ҡатнашты. Уларҙың яртыһы тиерлек һөҙөмтәлә эшкә саҡырылды, — тине Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть