Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала инфраструктура төҙөлөшө буйынса төбәк операторы схемаһы эшләнде

Иҡтисад

Торлаҡ төҙөлөшөндәге проблемаларҙы хәл итеү һәм территорияларҙы комплекслы үҙләштереү үҫешен дәртләндереү өсөн БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты инженерлыҡ селтәрҙәре һәм коммуналь инфраструктура объекттарын төҙөү буйынса төбәк операторын булдырыу һәм уның эшмәкәрлегенең схемаһын әҙерләне.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, был дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмы бюджет һәм бюджеттан тыш финанслау сығанаҡтарын йәлеп итергә,  финанс институттары өсөн инфраструктура тармағының күркәмлеген арттырырға һәм инвесторҙар өсөн һалған аҡсаһын кире ҡайтарыу механизмдарын асырға мөмкинлек бирәсәк.

Төбәк операторы схемаһын һынап ҡарау өсөн БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты «2011-2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһында торлаҡ төҙөлөшө үҫешен әүҙемләштереү» айырым маҡсатлы программаһы сиктәрендә Өфө ҡалаһы һәм районының торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү буйынса ярҙамсы программа әҙерләй. Комплекслы үҙләштереү проекттарын һәм төбәк операторын конкурс нигеҙендә һайлап алыу, бюджет һәм бюджеттан тыш финанслау сығанаҡтарын формалаштырыу уның төп сифаты буласаҡ. Киләсәктә был ярҙамсы программаны бөтә республикаға таратыу планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть