Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй урман форумы асылды

Иҡтисад

Бөгөн Мәскәүҙә урман комплексы хеҙмәткәрҙәренең Бөтә Рәсәй урман форумы асылды. Уның эшендә Башҡортостандың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин етәкселегендәге республика делегацияһы ҡатнаша. Делегация составында шулай уҡ Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы ҡарамағында булған бер нисә дәүләт унитар предприятиеһы етәкселәре, республикала ағас әҙерләү һәм эшкәртеү өлкәһендә махсуслашҡан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары вәкилдәре бар.

Был ҙур сараны ойоштороусы булып Федераль урман хужалығы агентлығы сығыш яһай. Унда Рәсәйҙең барлыҡ «урманлы» төбәгенән 600-ҙән ашыу кеше ҡатнаша.

Урман комплексының 2011 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау, тармаҡты үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен һәм урман хужалығы өлкәһендә дәүләт сәйәсәтенең төп алымдарын билдәләү форум маҡсаттары булып тора.

Бөтә Рәсәй форумын асыу тантанаһында урман комплексы хеҙмәткәрҙәрен Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Виктор Зубков сәләмләне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Виктор Зубков 2007 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағында булдырылған Урман комплексын үҫтереү буйынса советҡа етәкселек итә.

Илдең яңы урман сәйәсәтенә бағышланған пленар ултырыштан тыш, тематик түңәрәк өҫтәлдәр, күргәҙмә үткәреү ҙә планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть