8 декабрь, Кесе йома

29 март 2012 йыл, 12:29

Өфөлә билдәле ғалим, яҙыусы Радмир Хәсәновтың ижад кисәһе үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

«Башкирская охотничья газета» һәм «Рада» спорт-һунарсылыҡ клубы бөгөн билдәле ғалим, медицина фәндәре докторы Радмир Хәсәновтың ижад кисәһен үткәрә. Ул Рәсәйҙең һәм сит илдең төрлө гәзит-журналдарында 200-ҙән ашыу фәнни мәҡәлә баҫтырған, уйлап табыу патенттары авторы.

Ижади кисәне ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, бөгөнгө программала ғалимдың, шул уҡ ваҡытта арыу-талыуҙы белмәгән сәйәхәтсенең сираттағы китабының презентацияһы ҡаралған.

Профессор Радмир Хәсәнов «Рада» спорт-һунарсылыҡ клубы составында Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә күп сәйәхәт иткән.

Радмир Хәсәнов шулай уҡ республикала хайуандар донъяһын һаҡлап ҡалыуға күп көс һала. Хайуандар донъяһы, һунарсылыҡ, сәйәхәт тураһында ул биш китап яҙған.

Ижади кисә «Башкирская охотничья газета» редакцияһында Өфө ҡалаһы, Свердлов урамы, 62 адресы буйынса үтәсәк.

Башлана – 18 сәғәттә.