11 декабрь, Йәкшәмбе

29 март 2012 йыл, 12:42

Башҡортостан аграрийҙары сәсеү кампанияһына 14 мең трактор әҙерләне

автор: Ғәлиә Нәбиева

Яҙғы баҫыу эштәрендә Башҡортостанда 14 меңгә яҡын трактор файҙаланыласаҡ. Был — республикалағы трактор паркының 80 проценты.

10400-ҙән ашыу трактор агрегаты баҫыуҙарҙы сәсеүгә әҙерләүгә сығасаҡ, тип хәбәр иттеләр аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. Тағы 4680 агрегат сәсеүгә төшәсәк.

БР Ауыл хужалығы министрлығында әйтеүҙәренсә, техниканы рациональ файҙаланғанда иген сәсеүҙе – 12-14 көндә, аралыҡлы культураларҙы 8-9 көндә тамамларға мөмкин.

Дүрт республика МТС-ы составында сәсеүҙә 156 сәсеү комплексы һәм 19 агрегат ҡатнашасаҡ. МТС көстәре менән 267 мең гектарҙы сәсеү планлаштырыла. Яҙғы сәсеү өсөн машина-технологик станцияларҙың үҙҙәренең 189 мең гектарҙан ашыу сәсеүлеге бар.

10 апрелгә тиклем ауыл хужалығы техникаһы эшкә тулыһынса әҙерләнеп бөтәсәк һәм дәүләт техник тикшереүе үтәсәк.