Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ташландыҡ биналар иҡтисади әйләнешкә ҡайтарыласаҡ

Сәйәсәт

БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары «Муниципаль берәмектәр менән эйәһеҙ күсемһеҙ милекте файҙаланыу тураһында» ҡарар ҡабул итте. Был документ урындағы үҙидара органдарын бындай мөлкәткә бәйле эштәрҙе рәткә һалып, уны иҡтисади әйләнешкә ҡайтарыуға этәрергә тейеш, тип хәбәр итә республика парламентының матбуғат хеҙмәте.

– Республикалағы бихисап күсемһеҙ милек объекттарының хоҡуҡты билдәләүсе документтары юҡ, – тип аңлатма бирҙе ҡарарға БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Ташландыҡ фермалар, оҫтаханалар, колхоз мөлкәтенә берәү ҙә хужа түгел һәм улар өсөн бер кем дә яуап бирмәй. Республикала бер нисә миллиард һумлыҡ ошондай мөлкәт бар. Бындай эштәр торошо республика райондарның иҡтисадын үҫтерергә ҡамасаулай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть