9 декабрь, Йома

29 март 2012 йыл, 11:44

Республика Наркоконтроле бер айҙа алты наркоман водителде тотҡан

автор: Ольга Мортазина

Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығында  бер ай барған «Хәүефһеҙ транспорт» акцияһына йомғаҡ яһалды. Уның дауамында наркополиция наркотиктар ҡулланған водителдәрҙе асыҡланы. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 110 водитель тикшерелгән, шуларҙың алтауһы наркотик ҡулланған булған. Улар – таксистар һәм шәхси машиналарында йөрөгән водителдәр. Уларҙың барыһы ла йыл ярымдан ике йылға тиклем транспортҡа идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән.

Пассажирҙар ташыуға айырым иғтибар бирелгән. Был акция һөҙөмтәһендә йәмәғәт транспорты хеҙмәткәрҙәренең наркотиктар ҡулланыу осраҡтары асыҡланмаған.

Водителдең наркотик матдәләр тәьҫирендә булыуына бәйле шик бар икән, наркополиция 8 800 347 20 30 һандары буйынса бушлай ышаныс телефонына шылтыратыуығыҙҙы һорай.