3 декабрь, Шәмбе

29 март 2012 йыл, 11:21

Республикала «Социаль форум – 2012» фәнни проекттар конкурсында еңеүселәр тәбрикләнәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалында 30 мартта IV «Социаль форум — 2012» республика социаль проекттар конкурсында еңеүселәр һәм призерҙар тәбрикләнәсәк. Әлеге бәйгенең темаһы — «Йәштәр социаль мөхиттә».

Конкурста республиканың дөйөм белем биреү һәм коррекцион мәктәптәренән, юғары һәм урта махсус белем биреү йорттарынан 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Йәштәр араһында социаль өлкәләге тикшеренеүҙәр абруйын арттырыу, уҡыусыларҙы фәнни һәм ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү, һәләтле балаларға ярҙам итеү, төбәктә имен социаль мөхит булдырыу конкурстың төп маҡсаттары булып торҙо.

Әлеге форум Башҡортостанда иғлан ителгән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы һәм «Мәрхәмәт» хәйриә фонды ярҙамында ойошторолған «Минең йыһан донъяһы» бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә үткәрелде.

Конкурс комиссияһына йәмғеһе 95 проект тәҡдим ителде. Һөҙөмтәлә 10 еңеүсе «Байконур» космодромына һәм Осоштар менән идара итеү үҙәгенә (Королев ҡалаһы) барасаҡ. Бынан тыш, финалистар Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан грамоталар, шулай уҡ ҡиммәтле бүләктәр һәм Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалында ойошторолған әҙерлек курстарында бушлай белем алыу мөмкинлеген аласаҡ.

Конкурсты йола буйынса Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Рәсәй Космонавтика федерацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ойошторҙо.