Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөләге вакансиялар йәрминкәһендә йәш белгестәр эш биреүселәр менән туранан-тура аралаша алды

Йәмғиәт

Эш эҙләү – бөтәһе өсөн дә көнүҙәк проблема, айырыуса был мәсьәләне яңы ғына оло тормошҡа аяҡ баҫҡан йәштәргә хәл итеүе ҡыйын. Эш табыу маҡсатында «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үткән XXIII «Йәштәргә — эш!» республика йәштәр акцияһына вуз тамамлаусылар ҙа, студенттар ҙа килде. Аныҡлап әйткәндә, 2000-гә яҡын дәғүәсе булды. Республиканың 60-тан ашыу эш биреүсеһе реклама агентынан һәм күсемһеҙ милек белгесенән алып медик һәм тегенсегә тиклем һәр төрлө вакансиялар тәҡдим итте.

Студенттар ғәҙәттәгесә үҙҙәренә уңайлы график буйынса эш эҙләй.  

— Бер үк ваҡытта уҡып та, эшләп тә йөрөүе ҡыйын, — ти буласаҡ менеджер Лилиә Солтанова. – Нисек кенә файҙаһыҙ булһа ла, ҡайһы бер лекцияларҙы ҡалдырырға ярамай, әммә бармайынса ҡала алмаған лекциялар ҙа була. Эш эҙләгәндә үҙемә ҡуша эшләргә тура киләсәк коллективҡа һәм, әлбиттә, хеҙмәт хаҡының ҙурлығына иғтибар итәм.

Эш биреүселәр, үҙ сиратында, эш эҙләүселәрҙән яҡшы белем һәм эшләргә теләктәре булыуын талап итә. Шул уҡ ваҡытта улар ҡыҙҙарҙың әүҙемерәк булыуын билдәләй, әммә акцияла ҡатнашҡан предприятиеларҙың күбеһенә тап ир-егеттәр талап ителә.

Республика йәштәрҙең мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге белгестәре әйтеүенсә, яҡшы эш эҙләү – үҙе бер стратегия. Был мәсьәләлә бер нисә нюансты күҙ уңында тоторға кәрәк: беренсеһе — телефон аша матур һөйләшә белеү, икенсеһе — әңгәмәләшеүҙә үҙеңде тота белеү һәм өсөнсөһө — резюмены дөрөҫ төҙөү. Кадр хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, йәштәр эшкә урынлашҡанда ике тупаҫ хата ебәрә: эш биреүсегә үҙен дөрөҫ күрһәтә белмәй һәм тәжрибәһе булмай тороп, юғары эш хаҡына иҫәп тота.

— Ҡайһы ваҡыт бәләкәй эш хаҡы түләнгән эшкә урынлашып, артабан, тейешле тәжрибә туплағас, конкурентлыҡҡа һәләтле булып, хеҙмәт баҙарында үҙеңде ҡыйбатыраҡҡа һатырға, — тип кәңәш итә улар.

Сараны ойоштороусылар — БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы, Республика йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть