4 декабрь, Йәкшәмбе

29 март 2012 йыл, 10:22

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында 1 апрелдә - тик балалар ғына

автор: Эльмира Сабирова

1 апрель Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Балалар көнө тип иғлан ителде. «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалына 20 йыл тулыуҙы шулай билдәләргә булдылар.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса төркөмдөң алдынғы белгесе Лия Ғөбәйҙуллина хәбәр итеүенсә, был көндө «Гора новостей», «Тау-тау хәбәр», «Царь горы», «Сәңгелдәк» кеүек билдәле телепроекттарҙы алып барыусылар «Тәмле», «Йырым булһын бүләгем», «Вечер.com», «Тылсымлы ҡурай» һәм, иң мөһиме, «Яңылыҡтар»ҙа яңы ролдәрҙә сығыш яһаясаҡ. Был үҙгәрештәрҙә — беренсе апрель шаяртыуы ла, эксперимент та, шулай уҡ телевидениеның бәләкәй хеҙмәткәрҙәре һәм балалар телевидениеһы авторҙары хеҙмәтенә тейешле баһа биреү.