7 декабрь, Шаршамбы

29 март 2012 йыл, 9:54

Рөстәм Хәмитов яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

автор: "Башинформ"

28 мартта Воронежда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов төбәктәрҙең яҙғы сәсеүгә әҙерлегенә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин үткәрҙе. Кәңәшмәлә ауыл хужалығы етештереүселәрен яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашламалар, орлоҡ, техника һәм кәрәкле финанс ресурстары менән тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Белешмә өсөн. Быйыл Башҡортостанда 2 млн 152 мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү үткәреү планлаштырылған. Шуларҙан яҙғыһын сәселеүсе иген культураларына 1 млн 390 мең гектар тура килә. Республикала һорау менән ҡулланған һәм табышлы культураларҙың сәсеүлектәре арттырылған: рапс майҙаны – 2 тапҡырға, ҡарабойҙай – 27 процентҡа, соя –  18 процентҡа, картуф һәм йәшелсәләр –  1 процентҡа, шәкәр сөгөлдөрө – 5 процентҡа. 475 мең гектар майҙанда ужым культуралары сәселгән.

Федераль һәм республика бюджеттарынан яҙғы сәсеү кампанияһына 1,2 млрд һумдан ашыу сумма йүнәлтеү планлаштырыла.