9 декабрь, Йома

28 март 2012 йыл, 17:48

Магнитогорскиҙа башҡорт һылыуҙары араһында конкурс ойошторолдо

автор: Әлим Фәйезов

Магнитогорскиҙа «Һылыуҡай-2012» конкурсы финалы үтте. Сара «Салауат» башҡорт йәмәғәт ойошмаһы һәм Магнитогорскиҙың Халыҡтар дуҫлығы йорто менән ойошторолдо.

Беренсе башҡорт һылыуы исеменә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең төрлө райондарынан 11 гүзәл зат дәғүә итте, тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Силәбе өлкәһенең «Башҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы журналист Динә Нафиҡова.

Бәйге бер нисә этаптан торҙо. Ҡатнашыусылар үҙҙәре хаҡында башҡорт телендә һөйләне, ижади һәләттәре менән таныштырҙы, ҡупшы күлдәктәрҙә һәм тундарҙа дефиле оҫталыҡтарын күрһәтте, башҡорт тарихын һәм мәҙәниәтен белеү кимәлен күрһәтте һәм үҙ ҡулдары менән теккән милли костюмдарҙы тәҡдим итте.

Еңеүсене билдәләү жюри ағзаларына еңелдән булманы: ҡыҙҙарҙың барыһы ла «Һылыуҡай-2012» исеменә лайыҡ ине. Шулай ҙа һөҙөмтәлә өсөнсө урынды – Илгизә Йәнгилдина (Сибай), икенсе урынды – Айзирә Әүбәкирова (Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы), беренсе урынды Лиза Ялмырҙина (Әбйәлил районы) яуланы. Гран-приға Силәбе һылыуы Русалина Сәйетғәлина лайыҡ булды.

Еңеүселәр бүләккә ҡиммәтле биҙәүестәр алды, ә беренсе башҡорт һылыуы бриллиант муйынсаҡ менән бүләкләнде.

Матурлыҡ бәйгеһенең төп асылын күрһәтә алған ойоштороусыларға айырыуса рәхмәт әйтергә кәрәк, тип билдәләне Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Тимур Сәфиуллин. Башҡорт һылыуҙарына хас матурлыҡты айырып күрһәтә белеү, башҡорт халҡының милли үҙенсәлектәре хаҡында һөйләү конкурстың асылын тәшкил итә лә инде.

«Башҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһының Башҡарма комитеты исеменән концертты ойоштороусыларға һәм «Салауат» башҡорт йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Динис Башаровҡа Тимур Сәфиуллин иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.