3 декабрь, Шәмбе

28 март 2012 йыл, 17:27

Һәр муниципалитеттың үҙенең инвестицион планы буласаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Инвестициялар өлөшөн Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин быйылғы эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе тип атаны. Был турала ул ведомство коллегияһының киңәйтелгән ултырышында белдерҙе, тип хәбәр итә БР Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте. Бында дәүләт инвестицияларын планлаштырыу һәм контролдә тотоу системаһын камиллаштырыу, шәхси инвесторҙар өсөн төбәктең күркәмлеген арттырыу тураһында һүҙ бара.

Был йәһәттән муниципалитеттарға ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Министр әйтеүенсә, һәм ҡала һәм районға Комплекслы инвестиция планын (КИП) төҙөргә кәрәк. Бындай «бәләкәй стратегиялар» ысынлап та һөҙөмтәле һәм сифатлы эшләһен өсөн, республикала әле Территориаль маркетинг агентлығы ойоштороу мәсьәләһе хәл ителә. Муниципалитеттарға ярҙам итеү уның төп функцияларының береһе буласаҡ.