Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала Орджоникидзе районының юбилейы билдәләнә

Йәмғиәт

Өфөнөң Орджоникидзе районында бөгөн ҙур ваҡиға. Бында, Химиктар мәҙәниәт һарайында, Орджоникидзе районына 60 йыл тулыуға арналған тантаналы сара үтә.

Мәҙәниәт һарайы фойеһында күргәҙмә эшләй, унда район предприятиелары, шул иҫәптән бәләкәй бизнес субъекттары продукцияһы тәҡдим ителә.

Район халҡын был мөһим ваҡиға менән ҡотларға Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов, төбәктең Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов килде. Владимир Балабанов республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе.

Йола буйынса Орджоникидзе районының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырыу, почетлы граждандарын тәбрикләү тантанаһы үтәсәк. Башҡортостандың сәнғәт оҫталары һәм үҙешмәкәр ижади коллективтар концерт номерҙары менән ҡыуандырасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть