Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Ллой Болл «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирә

Йәмғиәт

Ошо минуттарҙа «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында был миҙгелдә Өфөнөң «Урал» командаһы өсөн сығыш яһаусы легендар волейболсы Ллой Боллдың онлайн-конференцияһы бара.

Донъялағы иң яҡшы волейболсыларҙың береһе, олимпия чемпионы, АҠШ йыйылма командаһы составында дүрт Олимпиада уйынында ҡатнашыусы, Рәсәй, Италия, Греция чемпионы, Рәсәй чемпионатындағы иң титуллы уйынсы, ағымдағы миҙгелдә чемпионаттың иң яҡшы уйынсыһы уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирә. Онлайн-аралашыу, ғәҙәттәгесә, бер сәғәт дауамында барасаҡ. Ллой Болл рус телендә һөйләшмәй, шуға күрә уға тәржемәсе ярҙам итәсәк.

Ллой Боллға www.i-gazeta.com сайтына ингән һәр кеше һорау бирә ала. Бының өсөн «Ижтимағи электрон гәзит» сайтының баш битендә «Урал» лидеры Ллой Болл менән онлайн-конференция» бүлегендәге тейешле форманы тултырырға кәрәк. Һорауығыҙ «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында ҡабул ителгән ҡағиҙәләргә ярашлы формалаштырылған булырға тейеш.                          

Онлайн «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла . Онлайн-конференцияларҙан видеоотчеттарҙы «Онлайн-конференциялар архивы» бүлегендә лә ҡарарға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть