6 декабрь, Шишәмбе

28 март 2012 йыл, 16:19

Полиция хеҙмәткәрҙәре эске эштәр органдары системаһында рухиәт, әхлаҡ һәм закон ролен тикшерә

автор: Алик Шакиров

Рәсәй Эске эштәр министрлығы бөгөн видеоконференция режимында «РФ эске эштәр органдарында хеҙмәт итеү. Рухиәт. Әхлаҡ. Закон» исемле түңәрәк өҫтәл үткәрә. Сара Мәскәү дәүләт университетында уҙғарыла. Унда Эске эштәр министрлығы етәкселәре, руханиҙар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, РФ Йәмәғәт палатаһы, РФ Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзалары, шул иҫәптән Мәскәү һәм бөтә Рәсәй патриархы Кирилл, Рәсәй мөфтөйҙәре советы рәйесе мөфтөй шәйех Рауил Ғәйнетдин, Рәсәйҙең йәһүд дини ойошмалары конгресы рәйесе раввин Зиновий Коган ҡатнаша. Илдең бөтә субъекттарынан түңәрәк өҫтәлдә РФ эске эштәр органдарынан 25 меңдән ашыу хеҙмәткәр ҡатнаша. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының Ҙур залында шулай уҡ республиканың бөтә район һәм ҡалаларынан эске эштәр органдары вәкилдәре лә бар, улар махсус экрандар аша түңәрәк өҫтәл барышын күҙәтә ала.

Орашыуҙы асып, Рәсәйҙең эске эштәр министры Рәшит Нурғәлиев, Ҡазанда үткән ваҡиғалар күҙлегенән сығып ҡарағанда, теманың көнүҙәк булыуын билдәләне. Ул Эске эштәр министрлығы системаһындағы реформаның әле әҙер булмауын билдәләне. «Беҙ әле башлап ҡына торабыҙ», тине министр. Бер сәғәт эсендә генә, уның фекеренсә, хәлде яҡшыртып булмай. Ул шулай уҡ түбәндәге мәғлүмәт менән таныштырҙы: үткән йылда хеҙмәт бурысын үтәгәндә 322 полиция хеҙмәткәре һәләк булған, 3062 кеше төрлө йәрәхәт алып, зыян күргән. Ә 2010 йылда һәләк булған милиция хеҙмәткәрҙәре исемлегендә 410 кеше иҫәпләнгән.

Был һандарға комментарий биреп, Мәскәү һәм бөтә Рәсәй патриархы Кирилл полиция хеҙмәткәрҙәре араһында ҡорбандар һанының хәрби хәрәкәттәр осорондағы ҡорбандарға тиң булыуын билдәләне. Патриарх фекеренсә, илдә йәмғиәт закондары буйынса йәшәргә теләмәгән кешеләр менән ысын мәғәнәһендә йәшерен һуғыш бара. Рус православие сиркәүе башлығы граждандарҙы яҡлап һәләк булған барлыҡ полиция хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен белдерҙе. Ул сиркәүҙең, конфессияларҙың тәрбиәүи роле хаҡында әйтте. Уның фекеренсә, йәмғиәттә әхлаҡи татыулыҡ булырға тейеш. Әлегә йәмғиәтебеҙ был татыулыҡ нигеҙендә йәшәп килә, әммә ул тарҡала башланы. Әгәр ҙә ул тулыһынса тарҡала ҡалһа, афәт булыуы мөмкин. Ул саҡта власть вәкилдәренә, полиция хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу ҙа ярҙам итә алмаясаҡ.

«Кеше йәнен реформалаштырыу» тураһындағы фекерҙе үҙенең сығыштарында Рәсәйҙең халыҡ артисы, Бәләкәй театрҙың художество етәксеһе Юрий Соломин, мөфтөй Рауил Ғәйнетдин һәм башҡа ҡатнашыусылар ҙа дауам итте.