4 декабрь, Йәкшәмбе

28 март 2012 йыл, 15:52

Республикала иҫке торлаҡ күләмен кәметеү планлаштырыла

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Быйыл Башҡортостанда 2,3 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индереү планлаштырыла. БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала торлаҡ төҙөлөшөнөң артыуы менән бер рәттән туҙған торлаҡ күләме һәм яңы торлаҡ алыуға сират кәмергә тейеш.

Бынан тыш, төҙөлөш комплексының бурыстары араһында «2011-2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында торлаҡ төҙөлөшө үҫешен дәртләндереү» айырым маҡсатлы республика программаһының маҡсатлы күрһәткестәре үтәлешен тәьмин итеүгә һәм 2013 йылға нигеҙ булдырыуға етди иғтибар бирелә.

— Йәнә иң элек торлаҡ биналарға мохтаж тип табылған бөтә төр категориялағы граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү сараларына иғтибар йүнәлтергә кәрәк, — тине БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Гавва. — Торлаҡ, социаль һәм инженерлыҡ инфраструктураһы объекттары төҙөлөшө буйынса ҡуйылған бөтә бурыстар ҙа билдәләнгән ваҡытта һәм тулы күләмдә үтәлергә тейеш.

темалар: торлаҡ,төҙөлөш