6 декабрь, Шишәмбе

28 март 2012 йыл, 15:34

Башҡортостанда сүп-сарҙы айырып йыйыу буйынса күләмле эксперимент ойошторола

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда сүп-сарҙы айырып йыйыу буйынса эксперимент үткәреләсәк тораҡ пункттар билдәләнгән. Ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу буйынса эксперимент 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән «Башҡортостан Республикаһында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән идара итеү системаһын камиллаштырыу» айырым маҡсатлы республика программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтәсәк.

«Башинформ» агентлығына БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрованың хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта эксперименталь майҙансыҡтар билдәләнгән. Улар Кушнаренкола, Стәрлетамаҡ, Сибай һәм Өфө ҡалаларында урынлашасаҡ.

— Үрҙә һаналған тораҡ пункттарҙа сүп-сарҙы айырып йыйыу буйынса эксперимент айырым биҫтәләрҙә үтәсәк. Сүп-сар ике категорияға – аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтарына һәм аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған сүп-сарға бүленәсәк. Аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары полигондарҙа күмелергә, ә аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған сүп-сар сорттарға айырылып, ҡайтанан эшкәртелергә тейеш, — тине кисә республиканың айырым тораҡ пункттарында сүп-сарҙы айырып йыйыуҙы ойоштороуға арналған кәңәшмәлә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Ольга Лаздина.

Эксперимент үткәреү тураһында положение әҙер. Яҡын арала ул республиканың район һәм ҡала хакимиәттәренә ебәреләсәк.

Сүп-сарҙы айырып йыйыу практикаһын индереү ҡалдыҡтарҙы икенсел матди ресурстар сифатында файҙаланыуҙы арттырырға һәм полигондарҙа урынлаштырылған сүп-сар күләмен кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Башҡортостан халҡына борсолорға кәрәкмәй, сөнки сүп-сарҙы айырып йыйыу буйынса эксперимент үткәреү арҡаһында тарифтар артыуы көтөлмәй.