Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика аграрийҙары Латвияға продукция экспортлауҙы дауам итә

Иҡтисад

Башҡортостан Латвия Республикаһы менән агросәнәғәт комплексы өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүҙе дауам итәсәк. Кисә БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Владимир Незнанов менән Латвия Республикаһының Рәсәйҙәге илселеге ҡарамағындағы Латвияның игенселек министрлығы советнигы Айварс Граудиньштың осрашыуында эшлекле хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләһе һәм хеҙмәттәшлек өсөн перспективалы йүнәлештәр тикшерелде.

Әлеге ваҡытта үҫемлекселек өлкәһендәге килешеүҙәр тормошҡа ашырыла. Республиканың аграр ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә,  һуңғы алты айҙа Латвияға экспортҡа 8563 тонна күләмендә көнбағыш ҡабығы тейәп оҙатылған. Бынан тыш, Балтика буйы республикаларына 13500 тоннанан ашыу 2011 йылғы иген уңышы ебәрелгән. Осрашыуҙа билдәләнеүенсә, төбәктәр потенциалының был бәләкәй генә бер өлөшө.  

Осрашыуҙан һуң Латвия делегацияһы вәкилдәре «Алексеевка» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһына юлланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть