Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҙур уңыш менән сығыш яһай

Йәмғиәт

Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында 31 мартҡа тиклем Башҡортостандың популяр йәш артистарының концерттары үтә. Ауыл мәҙәниәт йорттарында Зилә Лира, Ян Лира, Айнур Мансуров, Наил Ибраһимов һәм Вәлит Мөхәмәтғәлин сығыш яһай. Саралар Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге ярҙамында өлкәнең Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе урынбаҫары Руфат Йәлилов ойоштора.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итеүенсә, концерттар райондың ике ауылында үткән, башҡорт йырсылары йәнә дүрт ауыл мәҙәниәт йортонда сығыш яһаясаҡ.

— Арғаяш тамашасылары айырыуса иғтибарлы, башҡорт артистарының ижадына оло хөрмәт менән ҡарай, — тип һөйләне Руфат Йәлилов. — Өфө артистарын бында яраталар.

Михаил Хәбиров һүҙҙәренсә, билеттарҙы шунда уҡ һатып алып бөтәләр. Бындай уңышты Арғаяш районы башҡорт һәм татар эстрадаһының бөйөк йырсыһы Фәриҙә Ҡудашеваның гастролдәренән бирле хәтерләмәй. Ҡайһы бер тамашасылар башҡорт йырсыларының сығыштарын үҙҙәренең генә түгел, хатта күрше ауылдарға барып та ҡарай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть