8 декабрь, Кесе йома

28 март 2012 йыл, 14:44

Ямал Башҡортостан һәм Татарстандың нефть эшкәртеү заводтарына яғыулыҡ поставкалау менән ҡыҙыҡһына

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан делегацияһы Салехардҡа бер көнлөк визиты барышында Башҡортостан менән Татарстанға еңел углеводородтарҙың киң фракцияһын поставкалау мәсьәләләре буйынса Ямал яғыулыҡ-энергетика компаниялары вәкилдәренең эш кәңәшмәһендә ҡатнашты. Башҡортостан делегацияһы унда БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Марат Мөлөков етәкселегендә барҙы.

Ямал-Ненец автономиялы округы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кәңәшмә Ямал губернаторының беренсе урынбаҫары Владимир Владимиров рәйеслегендә үткән.

— Ямалға был эйәрсән газды утилләштереү кеүек ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү өсөн сираттағы мөмкинлек ул. Утилләштереү күләмдәрен арттырырға мөмкинлек биреүсе проекттар ныҡ кәрәк. Әле округтың газды утилләштереү өсөн техник мөмкинлектәре юҡ, ә ошо төбәк-ара хеҙмәттәшлек тирә-яҡ мөхиткә зарарлы матдәләр бүлеп сығарыуҙы кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Төбәк хеҙмәттәшлеге — бик мөһим фактор, — тип билдәләне Владимир Владимиров.

Марат Мөлөков билдәләүенсә, эшкәртеү заводтарын тулы ҡеүәтенә эшләтеү өсөн Волга буйы төбәген сеймал менән тәьмин итеү буйынса проектты тормошҡа ашырыу мөһим. Уның әйтеүенсә, эшкәртелгәндән һуң продукция Рәсәйҙә һатыласаҡ, шулай уҡ экспортҡа оҙатыласаҡ. Эш төркөмө ойошторолған, ул ошо проекттың иҡтисади йәһәттән әһәмиәтле булыуын нигеҙләйәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 1998 йылда Башҡортостан Хөкүмәте менән Ямал-Ненец автономиялы округы хакимиәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. ЯНАО белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, дәүләт заказы һәм сауҙа өлкәһендә Ямалдың дәүләт заказсылары һуңғы ике йылда Башҡортостандың хужалыҡ итеүсе субъекттары менән 13 млн һумдан ашыу суммаға бер нисә контракт төҙөгән.