3 декабрь, Шәмбе

28 март 2012 йыл, 13:39

Федераль йыһан агентлығы Башҡортостанда Йыһан хеҙмәттәре үҙәген аса

автор: Галина Бахшиева

9 апрелдә Федераль йыһан агентлығы (Роскосмос) Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә төбәк Йыһан хеҙмәттәре үҙәген асасаҡ. Пермь крайынан, Татарстандан, Һамар, Киров һәм Түбәнге Новгород өлкәләренән ҡала, Башҡортостан илдәге бындай үҙәк ойоштороласаҡ алтынсы төбәк буласаҡ.  

Республика етәкселегенән тыш, төбәк өсөн бындай әһәмиәтле проектты асыуға Федераль йыһан агентлығының тулы хоҡуҡлы вәкиле Вячеслав Безбородов, шулай уҡ Мәскәү геодезия һәм картография университеты, Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты вәкилдәре саҡырыласаҡ.  

— Быйыл февралдә беҙҙә, Башҡорт дәүләт университетында, Йыһан хеҙмәттәре үҙәге асылды. Хәҙер иһә Федераль йыһан агентлығының төбәк үҙәгенең рәсми презентацияһы үтәсәк, Роскосмос 9 апрелдә инновация-белем биреү йүнәлешендәге программаларын БашДУ-ға бушлай тапшырасаҡ. Роскосмос менән БашДУ араһында программа продукттарын тапшырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылған да инде, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Йыһан хеҙмәттәре үҙәге директоры, техник фәндәр кандидаты, БашДУ-ның география факультеты доценты Шәйхел-Ислам Ҡотошев.

Проекттың әһәмиәте ҙур, сөнки йыһан үҙәге менән күрһәтелгән хеҙмәттәр спектры ярайһы киң. Улар араһында, ватан һәм сит ил ҡорамалдарын файҙаланып, Ерҙе зонд ярҙамында дистанцион тикшереү һөҙөмтәһендә йыһандан алынған мәғлүмәтте ҡабул итеү, теркәү, эшкәртеү, архивация, шулай уҡ уны таратыу кеүек хеҙмәттәр бар.

Йыһан хеҙмәттәре үҙәгендә электрон хөкүмәт индерергә планлаштырыуҙары ла мөһим. Икенсе төрлө әйткәндә, Башҡортостан террриторияһында барған ваҡиғалар, мәҫәлән, һыу ташыуы, янғындар, юлдарҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр булһынмы ул – былар барыһы ла йыһан аша реаль ваҡыт режимында шунда уҡ республика Президентына тапшырыласаҡ.

Бөгөн йыһан эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре күп өлкәләрҙәге мәсьәләләрҙе хәл иткәндә әүҙем ҡулланыла ала, тип иҫәпләй Шәйхел-Ислам Ҡотошев. Былар -торлаҡ-коммуналь комплексының, ауыл, һыу һәм юл хужалығының эшмәкәрлеген тәьмин итеү, шулай уҡ ер ресурстарын нисек файҙаланыуҙарын, айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендәге эштәр торошон контролдә тотоу.