9 декабрь, Йома

28 март 2012 йыл, 13:19

«Бөтә донъя өмәһе-2012» алдынан Өфөлә экологик өмәләр ойоштороласаҡ

автор: Галина Бахшиева

«Бөтә донъя өмәһе-2012: әйҙәгеҙ быны башҡарайыҡ!» («Let’s Do It! World Cleanup 2012») акцияһы алдынан 15 майҙа Башҡортостан баш ҡалаһының 25 урынында экологик өмәләр ойоштороласаҡ.

— Сүп-сарҙан таҙартыласаҡ территориялар Өфөлә билдәләнгән дә инде. Яҙғы өмәләр ҡалабыҙҙы таҙараҡ итәсәк, иң мөһиме — «Бөтә донъя өмәһе-2012» акцияһын ойоштороу һәм үткәреүҙең аныҡ системаһын әҙерләү, Рәсәйҙә 15 сентябрҙә үтәсәк ҙур эко-проектты һынап ҡарау мөмкинлеген бирәсәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды «ЭКА-Башҡортостан» йәмәғәт хәрәкәте етәксеһе Гүзәл Латыпова.

«Бөтә донъя өмәһе-2012» акцияһын әҙерләү һәм үткәреүҙә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Төрлө өлкәләрҙә эшләүсе кешеләрҙе урындағы экология мәсьәләләренә йәлеп итеү акцияның төп маҡсаты булып тора.