3 декабрь, Шәмбе

28 март 2012 йыл, 12:42

Башҡортостандың Пенсия фонды йәштәрҙең белемен арттыра

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе Өфөлә асылған мәғариф форумында ҡатнаша. Бының менән ведомство йәштәрҙең белемен арттырырға һәм пенсия менән тәьмин итеү өлкәһендәге технология ҡаҙаныштары менән таныштырырға теләй. Көн элгәре Башҡортостан баш ҡалаһында йыл һайын үткәрелеүсе «Мәғариф. Фән. Карьера-2012» күргәҙмәһе асылды, уның сиктәрендә «Йәштәр фәне көндәре» фестивале, вакансиялар йәрминкәләре, «Йәштәргә эш!» акцияһы һәм башҡа саралар үткәрелә.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең күргәҙмә стендында ведомство хеҙмәттәре, шулай уҡ пенсияларҙы ҡушма финанслау буйынса дәүләт программаһында ҡатнашыу мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт бирелгән. Ошонда уҡ балаларҙы мотлаҡ пенсия страховкалау системаһында теркәү һәм ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү саралары тураһында мәғлүмәт алырға була. Йәш әсәләр әсәлек капиталы средстволары менән файҙаланыу мөмкинлектәре буйынса консультация ала ала, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Быйыл уҡыу йылында Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе мәктәп уҡыусыларының пенсия буйынса һәм социаль белемдәрен арттырыуға йүнәлтелгән программаны тормошҡа ашыра. Бөгөнгө көнгә унда республиканың 178 юғары һәм урта махсус уҡыу йортонан яҡынса 34 мең студент ҡатнашҡан.