9 декабрь, Йома

28 март 2012 йыл, 12:34

Эрнст Исаев Рәсәй һөт етештереүселәр съезында «500 ферма» программаһын тәҡдим итте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев «Һөт малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012-2016 йылдарға Башҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк-тауар фермаларын комплекслы яңыртыу» айырым маҡсатлы республика программаһын тәҡдим итте.

Республиканың аграр ведомствоһы башлығы кисә Милли һөт етештереүселәр союзының (СОЮЗМОЛОКО) III съезында сығыш яһаны. Был сара Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы башланғысы менән ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Съезда Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Елена Скрынник, профилле министрлыҡ һәм ведомстволарҙың, төбәк власы органдарының, парламенттың ике палатаһындағы профилле комитеттарҙың, Рәсәй төбәктәренең вәкилдәре, Рәсәй, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Эстония, Молдавия һәм Украинанан һөт етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр ҡатнашты.  

Съезда ҡатнашыусылар Рәсәйҙең һөт баҙарындағы ағымдағы һәм күҙалланған хәлдәрҙе анализланы, һөт етештереүселәр һәм эшкәртеүселәрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүен һәм 2013 – 2020 йылдарға һөтсөлөк тармағына дәүләт ярҙамын тикшерҙе.