5 декабрь, Дүшәмбе

28 март 2012 йыл, 12:15

Өфөлә балалар араһында киҫкен респиратор инфекция таралыуы эпидемик сиктән ашып киткән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфөлә эпидемиологтар балаларҙың күпләп ауырыуын билдәләй. 3-6 йәштәгеләр төркөмөндә эпидемик сик 8,1 процентҡа артҡан, тип хәбәр иттеләр  Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығында. Бындай хәл быйылғы миҙгелдә тәүге тапҡыр күҙәтелә. Белгестәр вируслы инфекцияларҙың таралыуын дымлы, һыуыҡ һауа торошонан күрә.

— Дөйөм алғанда ауырыу кимәленең эпидемия сигенә етеүе тураһында һөйләргә иртә әле,— тип иҫәпләй эпидемнадзор бүлеге начальнигы урынбаҫары Зөһрә Шаһиева. – Башҡа йәштәгеләр категориялары буйынса ауырыуҙың эпидемик сиктән артыуы күҙәтелмәй. Әле бөтә республика буйынса мониторинг алып барыла.

Һуңғы аҙнала, күҙәтеү ведомствоһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 22444 кеше грипп һәм киҫкен вируслы инфекция менән ауырый башлаған, шуларҙың 67,3 проценты – 14 йәшкә тиклемге балалар. Унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда дөйөм алғанда ауырыусылар иҫәбе 9,1 процентҡа артҡан. Республика халҡының грипп һәм вируслы инфекция менән ауырыу кимәле күп йыллыҡ уртаса күрһәткескә ҡарағанда 4,1 процентҡа юғарыраҡ.

Алдағы аҙна менән сағыштырғанда, баш ҡала халҡы араһында ауырыусылар һаны 19,9 процентҡа күбәйгән. Өфөлә йәмғеһе 6314З кешегә киҫкен вируслы респиратор инфекция диагнозы ҡуйылған. Өфө халҡының грипп һәм киҫкен вируслы инфекция менән ауырыу кимәле эпидемик сиктән 13,5 процентҡа түбән.

Эпидемиологтар билдәләүенсә, республикала аденовирустар, PC-вирустар, шулай уҡ А2 төрөндәге грипп вирустары өҫтөнлөк итә.