10 декабрь, Шәмбе

28 март 2012 йыл, 11:57

Салауат ҡалаһында һалдат йыры фестивале үтте

автор: Людмила Терновая

Салауатта 12-се ҡала һалдат йыры фестивале үтте. Йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүгә, ҡаһарманлыҡты данлаған йырҙарҙы пропагандалауға, шулай уҡ йәштәрҙең рухи һәм мәҙәни кимәлен арттырыуға йүнәлтелгән сара ҡалала йыл һайын үткәрелә. Бәйгелә 14-20 йәштәрҙәге 60-лаған кеше ҡатнашты.

Йәш йырсылар Бөйөк Ватан һуғышы, бөгөнгө армия, беҙҙең һалдаттарҙың Афған, Чечен һуғыштарында ҡатнашыуы тураһында йырҙар башҡарҙы.

Шағир, композитор, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара эстрада конкурстары лауреаты Андрей Пальянов, музыкаль колледж уҡытыусыһы Марина Матвеева, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңнулла Иҙрисов составындағы жюри башҡарыусыларҙың оҫталыҡ кимәленә баһа бирҙе. Финалға 17 йырсы сыҡты. Салауат индустриаль колледжында уҡыусы Анастасия Лятинг «Ты же выжил, солдат» йырын башҡарғаны өсөн Гран-приға лайыҡ булды. Ул, йола буйынса, гитара менән бүләкләнде.