5 декабрь, Дүшәмбе

28 март 2012 йыл, 11:23

Өфөлә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2012» төбәк-ара конкурсы асылды

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2012» төбәк-ара конкурсы асылды. 2012 йылдың иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы исеменә 57 педагог, шул иҫәптән Ырымбур, Һамар, Силәбе өлкәләренән биш уҡытыусы көс һынашасаҡ.

Йола буйынса төбәк-ара конкурс Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында үткәрелә. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының бүлек мөдире Рәйсә Күзбәкова хәбәр итеүенсә, конкурста ҡатнашыусылар баш ҡала мәктәптәрендә асыҡ дәрестәрҙе февралдә үткәргән, бөгөн улар үҙҙәренең инновацион проекттары менән таныштырасаҡ. Кис көнө жюри ағзалары икенсе этапҡа үткән 30 уҡытыусыны билдәләйәсәк. Улар оҫталыҡ дәрестәрен үткәрәсәк һәм лекциялар уҡыясаҡ. Аҙаҡҡы турға иң яҡшылары сығасаҡ, уларҙы фекер алышыуҙа ҡатнашыу көтә.

Әлеге конкурс 17-се тапҡыр үткәрелә. 2002 йылда уға төбәк-ара статусы бирелде. Бәйгенең төп маҡсаты – уҡытыусыларҙың оҫталыҡ кимәлен асыҡлау.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың күбеһе – 15-20 йыл стажлы тәжрибәле уҡытыусылар.

Абсолют еңеүсенең исеме 31 мартта бәйгене ябыу тантанаһында билдәле буласаҡ. Сара М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үтәсәк.