9 декабрь, Йома

28 март 2012 йыл, 10:52

Владимир Поцяпун Башҡортостан муниципалитеттарын перспективалы проекттар менән таныштыра

автор: Марина Шумилова

Дәүләт Думаһы депутаты Владимир Поцяпундың сираттағы төбәк аҙналығы «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Владимир Путиндың Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашыуҙан башланды.

Өфөлөләр, тәү сиратта, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе дөрөҫ иҫәпләмәү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итте. Депутатҡа ҡала янындағы Нуғай ауылы халҡының инициативалы төркөмө вәкиле лә килде, бына инде нисә йыл ул йорттарҙы электр селтәрҙәренә тоташтырыу мәсьәләһен хәл итә алмай. Электр селтәрҙәренә тоташтырыу өсөн хәҙер шәхси төҙөүселәрҙән ҙур сумма – 300 меңдән ашыу аҡса һорайҙар. Владимир Поцупян фекеренсә, был мәсьәлә федераль кимәлдәге белгестәр менән хәл итеүҙе талап итә. Был һорау буйынса барлыҡ материалдарҙы депутат улар менән тикшермәксе.

Граждандарҙы ҡабул иткәндән һуң, Владимир Поцяпун Ағиҙел ҡалаһы буйынса кәңәшмә үткәрҙе, унда егерме йыл элек атом электростанцияһын төҙөү эштәре туҡтатылған.

— Ағиҙел халҡы, республика министрҙары, урындағы хакимиәт чиновниктары менән осрашыуҙар миңә киләһе һығымта яһарға мәжбүр итте: Ағиҙел ҡалаһы хаҡында бер нисә миф йөрөй, — тине депутат. – Белгестәргә барыһына ла (Ағиҙел ҡалаһында йәшәүселәрҙән алып, республика, «Росатом» дәүләт корпорацияһы, Энергетика министрлығы етәкселәренә тиклем) хәлде асыҡлаған доклад әҙерләргә ҡуштым. Бөгөн электр энергияһына, кадрҙарға ҡағылышлы һәм башҡа айырым һорауҙарға яуап талап ителә. Был һорауҙарға яуаптар артабанғы юлдарҙы күрһәтәсәк, һәм улар, әлбиттә, халыҡҡа еткереләсәк.

Кисә Владимир Поцяпун Өфөлә арзан торлаҡ төҙөүҙәге эшләнмәләргә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге проекттарға ҡағылышлы бер нисә кәңәшмә үткәрҙе, был муниципалитеттарға башҡа төбәктәрҙә бойомға ашырылған инновацион проекттар менән танышыу мөмкинлеген бирә. Бөгөн ул Федоровка районында урындағы властар һәм халыҡ менән осрашыуҙар үткәрергә планлаштыра.

Кесе йома депутат, берҙәм рәсәйлеләрҙең «Санкт-Петербург – диңгеҙ баш ҡалаһы» проекты координаторҙарының береһе булараҡ, экологик конференцияла ҡатнашасаҡ. Сара әлеге проект сиктәрендә төньяҡ баш ҡалала үтәсәк. Конференцияла Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашасаҡ.