3 декабрь, Шәмбе

28 март 2012 йыл, 9:42

«Мәғариф. Фән. Карьера» күргәҙмәһендә 130-ҙан ашыу уҡыу йорто ҡатнаша

автор: Розалия Вәлиева | фото: Андрей Старостин

«Нефтсе» мәҙәниәт һарайында XII «Мәғариф. Фән. Карьера-2012» махсуслаштырылған күргәҙмәһе асылды. Унда республика һәм Рәсәй ҡалаларынан 130-ҙан ашыу уҡыу йорто ҡатнаша.

— Мәғариф форумының башланыуын юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары һәм буласаҡ студенттар көтөп алды. Инновацион майҙансыҡтарҙа республика фәненең бөгөнгө торошо менән танышырға була, — тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов. – Экспозиция географияһының йылдан йыл киңәйеүе ҡыуандыра – бөгөн форум эшендә Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Пермь, Екатеринбург, Златоуст, Ижевск һәм Ырымбур ҡалаларынан уҡыу йорттары ҡатнаша. Йәштәр фәне фестивале ҡаланың барлыҡ уҡыу йорттарында үткәреләсәк сараларҙы үҙ эсенә ала, уларҙа дүрт көн дауамында бөтә республиканан һәләтле балалар ҡатнашасаҡ. Форум республикабыҙ мәғарифын үҫтереү өсөн сираттағы импульс бирәсәк, тип ышанам.

«Мәғариф. Фән. Карьера-2012» күргәҙмәһендә юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына, шулай уҡ башҡа белем биреү учреждениеларына инеү шарттары һәм конкурс тураһында мәғлүмәт алыу ғына түгел, практик эшләнмәләр менән танышыу мөмкинлеге лә бар, шулай уҡ уҡыу йорттарында асыласаҡ яңы специальностар тураһында ла белеп була.

Конференциялар, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре, презентациялар форматында ойошторолған форум эшендә 10 меңдән ашыу студент һәм уҡыусы ҡатнаша.