4 декабрь, Йәкшәмбе

27 март 2012 йыл, 18:03

Илдең педагогтар берләшмәһе Өфөлә бөгөнгө мәғариф өлкәһендәге проблемаларҙы тикшерәсәк

автор: Эльмира Сабирова

«Бөгөнгө белем биреү процесы: тәжрибә, проблемалар һәм перспективалар» бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы Өфөлә, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында 30 мартта үтәсәк. Форумды ойоштороусылар булып Рәсәй мәғариф академияһы, Башҡортостандың Мәғариф министрлығы һәм республиканың Мәғарифты үҫтереү институты сығыш яһай. Уның эшендә Рәсәй мәғариф академияһы учреждениеһының бүлек мөдире, педагогия фәндәре докторы, профессор Владимир Горский ҡатнашасаҡ.

Программала – пленар ултырыш, авторлыҡ секциялары, түңәрәк өҫтәл. Конференция сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһындағы көнүҙәк мәсьәләләр буйынса алдынғы педагогик һәм инновацион тәжрибәһе тәҡдим ителәсәк.

Федераль дәүләт белем биреү стандарты талаптарын үтәү сиктәрендә туған телдәрҙе өйрәнеү проблемаларын һәм перспективаларын да педагогтар иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаясаҡ.