Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан белорустары китап байрамын үткәрҙе

Йәмғиәт

«Балтика» белорус тарихи-мәҙәни үҙәге һәм Иглин районының Балтика ауылы китапханаһы әҙәби байрам үткәрҙе. «Кнiгi былi, есць, будуць!» исемле сара 2011 йылда Беларусь Республикаһында иғлан ителгән Китап йылы сиктәрендә үткәрелде. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йортонан хәбәр иттеләр.

Уҡыу залында 6-15 йәштәге балалар һәм үҫмерҙәр йыйылды. Уларҙы балалар әҙәбиәтенең яңы өлгөләре һәм белорус яҙыусыларының классик әҫәрҙәре менән таныштырыу байрамдың төп маҡсаты булып торҙо. Сараны ойоштороусылар балаларға яңы китаптар тәҡдим итте, билдәле яҙыусылар тормошонан ҡыҙыҡлы ваҡиғалар хаҡында һөйләне. Әҙәби байрам сиктәрендә шулай уҡ шиғыр һөйләү ҙә ойошторолдо.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть