6 декабрь, Шишәмбе

27 март 2012 йыл, 16:35

Ҡоролтай вәкилдәре Корея инвесторҙары менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен тикшерҙе

автор: Людмила Терновая

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев бөгөн «Групп Лоттэ» компанияһы идараһы ағзаһы О Бо Енг етәкселегендәге Корея делегацияһы менән осрашты. Осрашыуҙа БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуров, республика парламенты секретариаты етәксеһе Зөфәр Еникеев ҡатнашты.

Әңгәмә барышында Константин Толкачев, Башҡортостан тәбиғи ресурстарға бай һәм Корея менән хеҙмәттәшлек итеү, атап әйткәндә, алдынғы Корея технологияларын ҡулланып эш итеү республикабыҙ өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙән һанала, тип билдәләне. Республика парламенты спикеры ҡунаҡтарҙы бөгөн Башҡортостанда ғәмәлдә булған ҡануниәт системаһына иғтибар итергә саҡырҙы. Бында иң элек инвестициялар йәлеп итеү өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырыусы закондар сығарыу нормалары күҙ уңында тотола.

Яҡтар төҙөлөш, төҙөкләндереү, электр техникаһы етештереү, мәғлүмәт технологиялары өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Кореянан килгән ҡунаҡтар Константин Толкачевҡа йылы ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм ағымдағы йылдың февралендә булып үткән осрашыу өсөн «Патра» компанияһы президенты Ли Дон Ху әфәнденең рәхмәт хатын тапшырҙы, тип хәбәр итә республика парламентының матбуғат хеҙмәте.