3 декабрь, Шәмбе

27 март 2012 йыл, 15:30

Рәсәйҙә хаттар һәм бандеролдәр ҡыйбатланды

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Тарифтар буйынса федераль хеҙмәт почта корреспонденцияһы ебәреүгә яңы тарифтарҙы раҫланы. Бында «Рәсәй Почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһының почта карточкалары, хаттар һәм бандеролдәр ебәреү хеҙмәттәре тураһында һүҙ бара, тип хәбәр ителә ведомствоның сайтында.

Хәҙер ябай почта карточкаһы ебәреү өсөн әүәлге 8 һум 50 тин урынына 9 һум 20 тин түләргә тура киләсәк. 20 грамға тиклем ауырлыҡтағы ябай хат — 13 һумға (элек 11 һум 80 тин ине), 100 грамға тиклем ауырлыҡтағы ябай бандероль 27 һум 20 тингә (25 һум 40 тин урынына) төшәсәк. 20 грамға тиклем ауырлыҡтағы заказлы хат ебәреү әүәлге 26 һум урынына 28 һум 50 тин тора.

Хаҡы күрһәтелгән хат ебәреүгә хаҡ үҙгәрмәгән: ул баһалау хаҡының тулы һәм тулы булмаған һәр һумы өсөн өс тинде тәшкил итә.