Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан удмурттары Ижевскиҙағы фольклор фестивалендә ҡатнашты

Йәмғиәт

Удмуртия Республикаһы менән Рәсәйҙең удмурттар күпләп йәшәгән төбәктәре араһында бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында Ижевскиҙа «Чакара» удмурттарҙың боронғо моңдары» төбәк-ара фольклор фестивале үткәрелде. Унда Башҡортостан вәкилдәре лә сығыш яһаны.

Фестиваль сиктәрендә «Удмуртия Республикаһы Милли сәйәсәт министрлығының удмурт диаспораһы менән килешеп эш итеүе» семинары үтте. Унда «Удмурт кенеш» бөтә удмурттар ассоциацияһы президенты Николай Мөсәлимов, Удмуртияның башҡарма һәм закондар сығарыу власы етәкселәре, шулай уҡ Башҡортостан, Татарстан, Мари Иле, Свердлов һәм Киров өлкәләре, Пермь крайынан удмурт диаспоралары вәкилдәре ҡатнашты. Форумдың тәүге көнөндә «Удмуртияның удмурт диаспораһы менән килешеп эшләү системаһы» түңәрәк өҫтәле үтте. «Яңы Тәтешле» удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире Антонида Шәйбәкова Башҡортостан удмурттары милли-мәҙәни үҙәгенең Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге менән берлектәге эшмәкәрлеге хаҡында доклад менән сығыш яһаны.

Түңәрәк өҫтәлдән һуң «Бурановские бабушки» ансамбле менән осрашыу үтте, был төркөм «Евровидение» конкурсында Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡ.

Сараның икенсе көнөндә «Чакара» удмурттарҙың боронғо моңдары» төбәк-ара фольклор фестивале гала-концерты үтте, унда Башҡортостан коллективтары ла сығыш яһаны. Улар: «Учы ныл», «Марзан» (Тәтешле районы), «Зангари» (Яңауыл районы), «Инвожо» (Борай районы) һәм «Гуждор» (Ҡалтасы районы).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть