7 декабрь, Шаршамбы

27 март 2012 йыл, 14:41

Йыл башынан Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенә 27 меңдән ашыу вакансия тәҡдим ителде

автор: Галина Бахшиева

2012 йыл башынан Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенә эш тәҡдим итеүселәр менән 27 меңдән ашыу вакантлы урын тәҡдим ителде. Әлеге ваҡытта ҡаланың вакансиялар исемлегендә 18 меңдән ашыу позиция иҫәпләнә.

«Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙлек кимәле бөгөн ҡалала 1,49 процент тәшкил итә. Хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлек коэффициенты кәмеп, әлеге ваҡытта 0,49-ға тиң. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, март башында был күрһәткес 0,64-кә тиң ине.

2012 йыл башынан Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте ярҙамында 4200-ҙән ашыу эшһеҙ эшкә урынлаштырылды. Йәнә шул сама эшһеҙ иҫәптән төшкән. Был ваҡыт эсендә 3700-ҙән ашыу кеше эшһеҙ тип танылған. Яҡынса 4900 өфөлө эш эҙләүселәр сифатында иҫәпкә ҡуйылған, 700-гә яҡын граждан ҡайтанан уҡытырға ебәрелгән.

Бөгөнгө көндә Өфөлә рәсми рәүештә яҡынса 8400 эшһеҙ иҫәпләнә. Ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә йәмғеһе туғыҙ меңгә яҡын кеше иҫәптә тора.