11 декабрь, Йәкшәмбе

27 март 2012 йыл, 14:37

Белоретта берәҙәк эттәр өсөн приют асыласаҡ

автор: Людмила Терновая

Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов ҡул ҡуйған ҡарарға ярашлы, район үҙәгендәге биналарҙың береһе «Белорет хайуандар приюты» йәмәғәт ойошмаһына бирелә. Бина бөгөнгө көндә файҙаланыуға яраҡһыҙ, уға капиталь ремонт талап ителә. Йәмәғәт ойошмаһы активистары әле ремонт үткәреүгә аҡса йыя.

— Берәҙәк хайуандар өсөн приют асыу ҡаланы хәүефһеҙерәк итеүҙән тыш, йорт һәм ҡырағай йәнлектәргә, бесәйҙәр һәм эттәргә миһырбанлы ҡараш символы ла буласаҡ, — ти йәмәғәт ойошмаһы вәкиле Лариса Кербер. — Беҙ йәш кинологтар түңәрәге асырға, насар күргән кешеләрҙе йөрөтөүсе эттәр тәрбиәләргә өйрәнергә, Белоретта эттәр күргәҙмәһе үткәреүҙе тергеҙергә ниәтләйбеҙ.