Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан предприятиелары йылды табышты арттырыуҙан башланы

Иҡтисад

Башҡортостандың эре һәм уртаса предприятиелары 2012 йылдың ғинуарында килемен 2011 йылдың ғинуарына ҡарағанда 21,5 процентҡа арттырған. Бер айҙа уларҙың уртаҡ табышы 13,1 млрд һумға еткән. Башҡортостанстатта, бәләкәй предприятиелар, банктар, страховка компаниялары һәм бюджет учреждениеларынан тыш,  республиканың башҡа ойошмалары эшмәкәрлегенең финанс һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәт баҫтырылды.

Табышһыҙ эшләгән предприятиелар өлөшөнә 20,5 процент тура килә — 1188 предприятиеның 243-ө зыянға эшләгән. Улар дөйөм алғанда 1,6 млрд һум аҡса юғалтҡан. Иң насар хәлдәр транспорт һәм элемтә өлкәһендә күҙәтелә — 455,9 млн һум, эшкәртеү производстволарында — 389,3 млн һум, күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеү тармағында — 167,7 млн һум, файҙалы ҡаҙылмалар табыу өлкәһендә — 129,9 млн һум.      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть