9 декабрь, Йома

27 март 2012 йыл, 14:07

Башҡортостан делегацияһы Бөтә Рәсәй урман форумында ҡатнашасаҡ

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан делегацияһы илдең яңы урман сәйәсәтенә арналған Бөтә Рәсәй урман комплексы хеҙмәткәрҙәре форумына йыйына. Башҡортостан делегацияһы составында республиканың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин да бар.

Бөтә Рәсәй урман комплексы хеҙмәткәрҙәре форумы 29 мартта Мәскәүҙә үтәсәк. Унда Федераль урман хужалығы агентлығы вәкилдәре, Рәсәй төбәктәренең, урман сәнәғәте комплексына ҡараған эре предприятиеларҙың, урман хужалығы учреждениеларының һәм йәмәғәт экологик ойошмаларының етәкселәре ҡатнашасаҡ. «Урман» форумын асыу тантанаһында сәләмләү һүҙе менән Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Виктор Зубков сығыш яһаясаҡ.

Бөтә Рәсәй урман комплексы хеҙмәткәрҙәре форумының пленар өлөшөнән тыш, «Киләсәк урмандары», «Урман һәм эшҡыуарлыҡ», «Урман комплексында инвестициялар» кеүек һәм башҡа бер нисә түңәрәк өҫтәл үткәреү ҡаралған.