10 декабрь, Шәмбе

27 март 2012 йыл, 13:04

БДПУ-ла Израилдең Рәсәйҙәге Илселегенең беренсе секретары менән этноконфессиональ мәсьәләләр тикшереләсәк

автор: Розалия Вәлиева

«Бөгөнгө заманда этностар, мәҙәниәттәр һәм конфессияларҙың үҙ-ара килешеп эш итеүе» исемле түңәрәк өҫтәл бөгөн Башҡорт дәүләт педагогия университетының социаль-гуманитар факультетында үтәсәк.

Осрашыуҙа Израилдең Рәсәй Федерацияһындағы Илселегенең беренсе секретары Михаил Пелливерт, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин, фәнни эшмәкәрлек буйынса проректор Алмаз Мостаев, социаль-гуманитар факультет деканы Владислав Бенин, шулай уҡ университет уҡытыусылары һәм студенттары ҡатнашасаҡ.

БДПУ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан менән Израилдең фәнни берләшмәһе һәм студенттары араһында диалог ойоштороу, социомәҙәни тороштоң төп йүнәлештәрен асыҡлау, бөгөнгө заманда этноконфессиональ тороштоң төп характеристикаларын асыу һәм студенттарҙың гражданлыҡ һәм ғилми мәҙәниәтен арттырыу осрашыуҙың төп маҡсаттары булып тора.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, социаль-гуманитар факультетта Израиль тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү үҙәге булдырылғайны, шулай уҡ унда идиш теленә лә өйрәтәләр.