8 декабрь, Кесе йома

27 март 2012 йыл, 13:54

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа сығымдар 5 млрд һумдан ашасаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Республикалағы торлаҡ фондының 43 процентына әле үк капиталь ремонт талап ителә, — тине БЮТ телеканалында тура эфирҙа барған «Власть менән һөйләшеү» программаһы дауамында Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин. – Бөтә төр инженер селтәрҙәре лә ярайһы ныҡ туҙған. Был – етди проблема, һәм уны күмәкләп хәл итергә кәрәк.

Сергей Афонин билдәләүенсә, торлаҡ-коммуналь тармаҡҡа сығымдар 2012 йылда бер ҡасан да булмағанса ҙур.

— Башҡортостанда быйыл торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа биш миллиард һумдан ашыу сумма тотоноласаҡ, — тине ул. — Был аҡсаның дүрт миллиарды – республика бюджеты средстволары.

Быйыл бер нисә республика программаһы өҫтәмә финанслау аласаҡ. Атап әйткәндә, урамдарҙы яҡтыртыу системаһын яңыртыуға аҡса һалыу ике тапҡырға артасаҡ. Был программа арҡаһында ҡала һәм ауылдарҙа кисен урамда йөрөү хәүефһеҙерәккә әйләнде. Былтыр был маҡсатҡа 95 миллион һум үҙләштерелгән. Быйыл иһә 222 миллион һум алыуға рөхсәт бар. Хәтерегеҙгә төшөрәйек: урамдарҙы яҡтыртыу сараларын яңыртыу Башҡортостанда 2015 йылға тиклем алып барыласаҡ.

Лифт хужалығын алмаштырыуға ла финанс һалыуҙар артасаҡ. Бер лифтты алмаштырыу миллион ярым һумға төшә. Лифт – йортта йәшәүселәрҙең уртаҡ мөлкәте, уны алмаштырыу өсөн милекселәрҙең аҡсаһы файҙаланырға тейеш.

— Башҡортостан етәкселеге һәр граждандың үҙ кеҫәһенән бындай средстволар бүлә алмауын яҡшы аңлай, — тине Сергей Афонин. — Шуға күрә был мәсьәләлә республика яғынан ҙур ярҙам күрһәтелә. 2012 йылда был маҡсатҡа 300 миллион һум самаһы йүнәлтеләсәк.

Федераль Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фондын реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды средстволарынан тыш, республиканың адреслы программаһы буйынса торлаҡҡа капиталь ремонт үткәреүгә 300 миллион һум бүленәсәк.

Коммуналь хеҙмәттәр ҙә йылдамыраҡ эшләй башлаясаҡ. Быға заманса техника һатып алыу булышлыҡ итәсәк. 2012 йылда коммуналь машиналар паркын яңыртыуға 700 миллион һумдан ашыу сумма бүленә. Был аҡса Башҡортостандың бөтә райондарына ла барып етергә тейеш.