9 декабрь, Йома

27 март 2012 йыл, 10:42

Рөстәм Хәмитов Латвия Республикаһы делегацияһы менән эш осрашыуы үткәрҙе

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков

26 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Латвия Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Эдгарс Скуя етәкселегендәге Латвия Республикаһы делегацияһы менән осрашты, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Осрашыу барышында Латвия һәм Башҡортостан араһында тауарҙар әйләнешен үҫтереү мәсьәләләре һәм хеҙмәттәшлек итеү өсөн перспективалы йүнәлештәр тикшерелде.

Рөстәм Хәмитов Эдгарс Скуяны республиканың 2011 йылдағы төп эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Башҡортостан Президенты һүҙҙәренсә, төбәктә еңел сәнәғәт һәм туризм кеүек республика өсөн яңы тармаҡтарҙы үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барыла.

— Беҙ ауыл хужалығы позицияларын нығытыу өҫтөндә эшләйбеҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса беҙ Рәсәй Федерацияһында ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе биш иң ҙур төбәк иҫәбенә индек һәм бөгөн был йәһәттән тағы ла тырышыбыраҡ эшләйбеҙ. Шуға күрә Башҡортостан яҡшы үҫешә. Ағымдағы йылдың үткән ике айы темптарҙың төшмәүен күрһәтте, сәнәғәт производствоһы үҫешеүен дауам итә.

Башҡортостан Президенты республикала инвесторҙар йәлеп итеү йәһәтенән яңы ҡануниәт булдырыу буйынса ҙур эштәр алып барылыуын билдәләне.

— Беҙгә килеп, заводтар, предприятиелар төҙөгән, яңы эш урындары булдырған инвесторҙар өсөн етди ташламалар тәҡдим итәбеҙ. Бөгөн беҙ Рәсәй Федерацияһының үҫешкән территориялары менән бер рәткә торҙоҡ, һәм артабан да ошо йүнәлештә дауам итәсәкбеҙ. Бынан тыш, инновациялар йәлеп итеү, инновацион продукция етештереү йәһәтенән беҙ Рәсәйҙең10 иң яҡшы төбәге иҫәбенә инәбеҙ. Һәм, әлбиттә, бындай асыҡ, яҡшы эш шарттарын булдырыу беҙҙең өсөн мөһим, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы. – Хөкүмәтебеҙҙе асыҡ, ғәҙел, коррупцияға бирелмәгән тип позициялайбыҙ. Был бик мөһим. Бөгөн илдең һәм донъяның төрлө нөктәләренән күп кенә тауар етештереүселәр Башҡортостанға көс һәм ресурстар йүнәлтеү төбәге булараҡ ҡарай.

Башҡортостанда мең ярым тирәһе латыш йәшәй. Республика Президенты һүҙҙәренсә, төбәктә тигеҙ милли сәйәсәт алып барыла.

— Был йәһәттән барыһына ла ҡулыбыҙҙан килгәнсе ярҙам итәбеҙ, һәм артабан да был эште дауам итәсәкбеҙ. Мин үҙем яңыраҡ Башҡортостандың Архангел районында, Максим Горький ауылында булдым. Унда латыш тарихи-мәҙәни үҙәге эшләй. Быйыл Мәҙәниәт йортона ремонт үткәрергә һәм уны сафҡа индерергә һөйләштек. Унда әлеге үҙәк урынлаштырыласаҡ. Был эште 2012 йылда башҡарып сығасаҡбыҙ, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Эдгарс Скуя иҫәпләүенсә, Латвия менән Башҡортостан араһында яҡшы үҫешкән хеҙмәттәшлек итеү йүнәлештәре бар ҙа инде.

— Латвия Республикаһы Башҡортостанға бында йәшәүсе латыштарға мөнәсәбәте өсөн бик рәхмәтле, — тип билдәләне Илсе. – Улар бында үҙҙәрен яҡшы тоя. Миңә үҙемә өс йыл элек улар менән Лиго байрамын билдәләргә насип булды (латыш халыҡ байрамы, 23 һәм 24 июндә билдәләнә). Һәм барыһының да – башҡорттар, татарҙар, рустар, латыштарҙың – уны бергәләп билдәләүен күрҙем. Архангел районындағы латыш мәктәбе лә Президент һәм республика етәкселеге ярҙамы менән эшләй. Бының өсөн һеҙгә айырым рәхмәт әйтәбеҙ.